Ысынлап та, уның рөхсәте менән төҙөлөш компанияһына ике ер участкаһы ярты хаҡына бүленгән. Административ биналар идаралығы тарафынан да уңайлы кешеләргә дәүләт мөлкәте таратып бирелгән. Һөҙөмтәлә, Идаралыҡ етәксеһе ҡулға алынған.
Хәҙер тәфтишселәрҙең иғтибар үҙәгендә элекке вице-премьер. Ҡайһы бер мәғлүмәт саралары чиновниктың закон боҙоуҙарын республиканың элекке етәкселәренең исеме менән бәйләй һәм аныҡ миҫалдар килтерә.
Үкенескә ҡаршы, һуңғы ете-һигеҙ йылда Башҡортостан коррупция сәскә атҡан төбәктәрҙең береһенә әйләнде. Башҡарма власть органдарында, көс структураларында тиҫтәләрсә енәйәт эше асылды. Бындай кире миҫалдар республиканың абруйын төшөрә, инвесторҙарҙы ситкә этә. Арыныу юлы бер генә, һәр енәйәт законлы язаһын алырға тейеш.