Былтыр 4406 юл-транспорт осрағы теркәлгән, 550 кеше үлгән. Был һан буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 4-се урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта кешеләр һаны буйынса беҙ 7-се урында.
Аҡлана башлаһаң, әлбиттә, һылтауы табыла. Мәҫәлән, иң күп үлем осраҡтары федераль кимәлдәге юлдарҙа теркәлгән. Республика аша Рәсәйҙең иң ҙур транспорт артерияларының үтеүен дә онотмайыҡ. Хәҙер, транспорт саралары күбәйеү сәбәпле, юлдарҙағы хәлдәр бик көсөргәнешле.
Баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов юлдарҙа билдәләрҙең етешмәүен, юл һыҙаттарының юҡлығын әйтеп үтте. Уның билдәләүенсә, бөгөн республикала 25 мең юл тамғаһы етешмәй, юл һыҙаттарын термопластик ярҙамында эшләргә кәрәк. Юғиһә, хәҙергеләре бер ай эсендә юйылып бөтә.
Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эш программаһы һәм яуаплылар билдәләнде.