Элекке Башлыҡ Рөстәм Хәмитовтың иң яҡын вице-премьеры – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьевҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылыуы ихтимал. Ул үҙенең вәкәләттәрен уҫал ниәттә файҙаланып, шәхси төҙөлөш компанияһына ярты хаҡына ике ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ғәйепләнә. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының был ерҙәргә ҡарата хоҡуғы булмаған. Ошо енәйәт һөҙөмтәһендә Башҡортостан ҡаҙнаһы барлығы 27 миллион һумлыҡ зыян күргән.