Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Апрель 2019, 10:50

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ. "БУРАНБАЙҘЫ ҺАҒЫНҒАНДА — 3"

Бер мәл Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Динис Бүләковтың бүлмәһендә һөйләшеп ултырғанда шәп-шәп атлап Буранбай Исҡужин килеп инмәһенме. Беҙ тын тартып та өлгөрмәнек, ул һаулыҡ та һорашып тормайынса, идара рәйесенең алдына "шап" иттереп ҡағыҙ һалды ла, нисек килеп ингән булһа, шулай уҡ шәп-шәп атлап сығып та китте...

Мин уның артынан ынтылғайным, идара рәйесе туҡтатты, башта ҡағыҙға нимә яҙғанын уҡыйыҡ, тине. Рәйес ҡысҡырып уҡыны:
"Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Д.М.Бүләковҡа союз ағзаһы Б.М. Исҡужиндан ғариза.
Тыуған илемде яратыуым тураһында 139 штук шиғырым бар. Мине патриот шағир тип иҫәпләүегеҙҙе һорайым. Дата. Ҡултамға."
– Бар, Әхмәр, саҡыр, — тип мине ҡабаландырҙы Динис Мөҙәрис улы.
Союз бинаһы буйлап йүгереп йөрөп эҙләнем, ишек алдына ла, Коммунистик, Аксаков урамдары киҫелеше буйынса ла эҙләп ҡараным. Ҡәләмдәшебеҙ нисек шәп-шәп атлап килеп ингән булһа, унан да ҙурыраҡ тиҙлектә юҡҡа сыҡҡайны.
Буранбайҙың ошолай аңлашылмаған, тәү ҡарамаҡҡа сәйер, икенсе ҡарамаҡҡа үҙе һымаҡ парадоксаль ғәҙәт-ҡылыҡтары бихисап булды. Быныһы шуларҙың береһе генә...

Читайте нас: