Республикабыҙҙың ҙур ҡалаларында “Инвестсоцвклад” исемле ышаныслы һәм олпат тойолған финанс-кредит учреждениеһы бер нисә йыл эшләп, ике меңләп кешенең йөҙҙәрсә миллион һум аҡсаһын үҙенә туплап, тупаҫыраҡ әйтһәк, һеңдереп өлгөрә. Банк хеҙмәткәрҙәре кешеләрҙе ҡуш ҡуллап ҡаршылай, хатта һөтлө сәй эсерә, клиентҡа исеме, атаһының исем менән генә мөрәжәғәт итә. Һөтлө сәйгә һәм хөрмәткә алданған халыҡ ни өсөн аҡсаһын сығарып тотторғанын әле лә белмәй.
Хәҙер беләләр, банк ябылған, хеҙмәткәрҙәр ҡасып бөткән, аҡсалар эҙһеҙ юғалған. Ишек алдарында әле булһа тишек кәмәгә ултырғанын аңламаған кешеләр нимәлер өмөт итеп, күҙ йәштәрен ҡоя. Әйткәндәй, был банкты ойоштороусыларҙың береһе элегерәк ошондай мутлыҡ өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.
Халыҡ алданмаһын өсөн тағы ниҙәр яҙып күрһәтәйек икән?