Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Март 2019, 10:17

Үтә күренмәле, тимәк, ғәҙел һәм асыҡтан-асыҡ. Башҡортостанда быйыл Республика Башлығын һайлаясаҡтар.

РФ Президентының Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Советының күсмә ултырышында быйыл 8 сентябрҙә үтәсәк төбәк башлығын һайлау мәсьәләһе лә ҡаралды. Совет ағзалары һайлауҙарҙы мөмкин тиклем асыҡ һәм үтә күренмәле ойошторорға тәҡдим итте. Радий Хәбиров, һуңынан үҙеңдең намыҫлы икәнлегеңде биш йыл буйы раҫлап йөрөгәнсе, һайлауҙарҙы законлы үткәреү яҡшы, тип билдәләне. Был осраҡта әхлаҡлылыҡ нигеҙҙәренә таяныу яҡшы буласаҡ.

Кисә Башҡортостанда Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Радий Хәбиров Указына ярашлы, Республика Башлығы хакимиәтенә муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар Идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнеүе сәбәпле, вазифаһын ҡалдырҙы. Комиссия ултырышында шулай уҡ һайлау участкаларын видеокамералар, һайлау бюллетендәрен эшкәртеү ҡорамалдары менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.
Шулай итеп, республикала һайлау алды кампанияһы үҙ эшен башланы тип иҫәпләргә мөмкиндер. Мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй”, “ЛДПР”, “КПРФ” һайлауҙарҙа ҡатнашасаҡтары тураһында хәбәр итеп өлгөрҙө.
Быға тиклем республика етәксеһе Радий Хәбиров һайлауҙарға “Берҙәм Рәсәй” партияһы аша барасағын белдерҙе. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә ҡарағанда, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәктәге йоғонтоһо һәм абруйы сағыштырмаса тотороҡло. Партияның ошо аҙналағы ултырышында алдан һайлау үткәреп, иң көслөнө билдәләү, кампанияны ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды. “Берҙәм Рәсәй”ҙең етәкселәре билдәләүенсә, партия һайлауҙарға һүҙҙәр һәм вәғәҙәләр менән түгел, аныҡ эштәргә таянып барырға йыйына. Ултырышта Радий Хәбировтың ғәмәлдәге рейтингы беренсе тапҡыр иғлан ителде.
Власть вертикаленең ҡаҡшауынан йонсоған халыҡ талапсан, көслө, республикала тәртип урынлаштырырлыҡ, халыҡтың тормошон яҡшыртырлыҡ етәксе килеүен теләй. Радий Хәбиров ярты йыл самаһы эшләү дәүерендә республиканы уятып ебәргәндәй булды. Шуға күрә бөгөн уның рейтингының 70 проценттан ашыу тәшкил итеүенә ғәжәпләнергә ярамай.
Һайлау еңел һәм анһат үтәсәк, тип уйлағандар хаталана. Башҡортостан һымаҡ көслө һәм ҡеүәтле төбәктә Башлыҡ вазифаһына ынтылыусылар һәр ваҡыт була. Ләкин кемдәр генә көрәшкә сыҡмаһын, һайлауҙар ғәҙел, законлы һәм үтә күренмәле булырға тейеш.
Читайте нас: