Төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда губернатор “Роснефть” компанияһына ҡараған ойошманың 5 миллион һум аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләнә. Ишаевтың һәм яҡындарының өйҙәрендә, офистарында тентеүҙәр үткәрелгән. Элекке етәксе үҙенең ғәйебен таныуҙан баш тартҡан.
Был осраҡ Рәсәйҙең яңы сәйәсәтендә беренсе тапҡыр түгел. Элекке һәм ғәмәлдәге губернаторҙар, һирәкләп булһа ла, енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Мәҫәлән, Сахалин өлкәһенең элекке башлығы Александр Хорошавин ҡаты режимлы колонияға 13 йылға хөкөм ителде. Коми Республикаһы губернаторы Вячеслав Гайзер эше буйынса, бына өс йыл инде, тикшереү дауам итә. Киров өлкәһе губернаторы Никита Белых 8 йыл ғүмерен төрмәлә үткәрәсәк. Марый Иле, Удмурт Республикаһының элекке губернаторҙары һаман да суд ҡарары көтә.