Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Март 2019, 11:20

Милләттәштәребеҙ – беренсе!

Быйыл Силәбелә үткән Бөтөн Рәсәй театр фестивалендә Силәбенең “Арғаяш” театры шағир, яҙыусы, драматург Салауат Әбүзәрҙең “Күрәҙәсе” (“Ясновидящий”) пьесаһын сәхнәләштереп (режиссеры – Редик Ғәниев), 40 театр араһында 1-се урын яуланы.

Фестивалдә Рәсәйҙең бик күп театрҙары ҡатнашты. Улар араһынан ун спектакль юғары баһаға лайыҡ булды: Тыва республикаһы (“Сеть Сатаны”), Удмурт республикаһы (“С любимыми не расставайтесь”), Хабаровск крайы (“Заявление об уходе”), Свердловск өлкәһе (“Осада”), Нижегород өлкәһе (“Дураки”), Владимир өлкәһе (“А.П. история, рассказанная ночью”), Дағстан республикаһы (“Лекарь поневоле”), Силәбе өлкәһе (“Забыть Геростата”, “Про Федота-стрельца).
Фестивалдә ҡатнашҡан спектаклдәрҙе абруйлы жюри ағзалары баһаланы. Улар – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, театр тәнҡитсеһе Сергей Коробков (Мәскәү), Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, режиссер, театр белгесе Людмила Одиянкова (Мәскәү), режиссер, МХАТ мәктәп-студияһының педагогы Алёна Анохина (Мәскәү), хореограф, театр белгесе Динара Абдуллина (Мәскәү), Силәбе йәштәр театрының баш режиссеры Иван Миневцев (Силәбе).
Фестивалдә башҡорт театрының 1-се урын яулауы оло ҡыуаныс! Еңеүсе “Арғаяш”тарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә һеҙҙең менән бергә шатланырға яҙһын!
Читайте нас: