Дөрөҫ булһа, Бабичты вәхшиҙәрсә үлтереүҙә ҡатнашҡандарҙың береһе уға һәм уның ижадына табыныуҙарын күреп: “Ғәфү ит, егет, беҙ ул саҡта һинең шул тиклем дә танылған шағир икәнлегеңде белмәнек”, – тип әйткән, тип һөйләйҙәр Йылайырҙа бөгөн дә.
Үкенескә ҡаршы, Бабичтың ижадын, уның бөйөклөгөн белмәүселәр, йә күрмәмеш булыусылар әле лә бар. Юғиһә, баш ҡалабыҙ Өфөлә уға һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһе йөҙ йылға һуҙылмаҫ ине.
Беҙҙең бәхеткә, йылы хәбәрҙәр ишетелә, шағирға ҡала уртаһында һәйкәл буласаҡ, тиҙәр. Хатта аныҡ урынын (Башҡортостан дәүләт концерт залы эргәһе) белеүселәр ҙә бар. Дөрөҫ булһа, шәп урын. Әлегеһенән дә лайыҡлы урынды табыуы ҡыйын. Бына тора Бабич һәйкәле, юл аша ғына мәңге уяу тимер Феликс. Дәүерҙәр генә түгел, шәхестәр ҙә шулай осраша икән. Хәйер, ябай осрашыу түгел был. Дөрөҫөрәге, тереләргә киҫәтеү. Бер-берегеҙҙе һаҡлағанда ла, ваҡыт һынауҙарын үткәндә лә уяу булығыҙ.
Доға ҡылығыҙ, хәйер бирегеҙ, бөгөн Бабичтың үлгән көнө.