Совет ағзалары Башҡортостанға килеп тә Сибайҙы урап үтһәләр халыҡ аңламаҫ ине. Сер түгел, ҡала ауыр һәм ҡатмары хәлдә, республика етәкселеге Сибайҙы ысын мәғәнәһендә ҡотҡарыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй. Экологияны һауыҡтырыу өсөн артыҡ шау-шыуһыҙ маҡсатлы эш тормошҡа ашырыла. Совет ағзалары урындағы халыҡ менән осрашты, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын бергә барланы.
Әйтергә кәрәк, Мәскәү вәкилдәре сибайҙар менән осрашҡандан һуң һөйләшеүҙең асыҡ булыуын, кешеләрҙең үҙҙәренең проблемаларын һис икеләнмәйенсә әйтеүҙәрен билдәләне. Әгәр гражданлыҡ йәмғиәте төҙөйбөҙ, тип нисә йыл һөйләйбеҙ икән, был эштең һөҙөмтәһе булырға тейеш.
Сибайҙа халыҡтан йәшерерлек бер нимә лә юҡ. Бәлә килгәндең тәүге көндәренән үк бөтәһе лә асыҡтан-асыҡ йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашыуында тормошҡа ашырыла. Тимәк, республика етәкселеге етешһеҙлектәрҙе хәл итеү буйынса дөрөҫ юл һайлаған.