Ағиҙел
-1 °С
Ҡар
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Март 2019, 19:33
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ. "Буранбайҙы һағынғанда..."
Һағынабыҙшул Буранбай Исҡужинды. Бигерәк тә уның үҙенә генә хас холоҡ-фиғеле,уйынлы-ысынлы әйткән һүҙҙәре, шиғырҙары, лаҡаптары, теге йәки был ваҡиғала үҙентотошо һ.б. һағындыра. Шуларҙы иҫтә тотоп, "Ағиҙел" журналы төркөмөндәуға арналған махсус бит ойошторорға ҡарар иттек. Һеҙ ҙә, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ,ошо яҙмалар аҫтына уның хаҡындағы ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хәтирәләрегеҙҙе яҙһағыҙине. Был яҙмалар киләсәктә уның хаҡындағы иҫтәлектәр китабына нигеҙ булырине...
Баймаҡ ҡалаһының уртаһында
Һәйкәл тора В.И. Ленинға.
Ул һәйкәлде былтыр шабашниктар
Ҡуйып киткән ине биш меңгә...
Шул һәйкәлгә ҡарап үткән һайын,
Бер генә уй мине тетрәтә:
Нишләп Ленин райсоветҡа битен,
Ә халыҡҡа артын күрһәтә?
Иркен илем! Күпме тағы һиндә
Эреле-ваҡлы Ленин һәйкәле!
Шулар өсөн күпме цемент, тимер,
Буяу киткәнлеген әйт әле!
Буранбайҙың ошолай башланған шиғырын яҡташтары ятҡа белә. Буранбай үҙе яҙыуынса, бер мәл ул шул һәйкәл янында ятып торорға булған. Ҡараһа, янына машина килеп туҡтаған. Кабинанан ул саҡтағы район етәкселәренең береһе килеп төшөп:
– Хәлдәр нисек, Буранбай ағай? — тип һораған.
– Һәйбәт, бына ятам әле, — тигән ағайыбыҙ ятҡан ерҙән хужаға ҡулын һуҙып.
– Әгәр ҙә йомошоң булһа, килеп сыҡ, — тигән дә хужа кеше машинаһына ултырып китеп тә барған.
Ағайыбыҙ икенсе ҡабырғаһына әйләнеп ятҡан. "Мына бит,
түрәләр ҙә халыҡҡа йөҙө менән боролдо", – тип
ҡыуанған ул...
Читайте нас:
Новости партнеров
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Башкирская шаль стала официальным брендом Зианчуринского района Башкирии
Дүртөйле районы башлыгы МХО яугирләреннән сәлам җиткерде