Байрамда төрлө милли аш-һыуҙан ауыҙ итергә, оҡшағанын бешерергә өйрәнергә мөмкин. “Науруз”ға ярашлы, иң төп аҙыҡ, әлбиттә, шыттырылған бойҙай. Бойҙайҙы шыттырыу өсөн ун сәғәттән ашыу ваҡыт кәрәк икән. Һеҙгә тәртибен өйрәтәсәктәр.
Байрамдар ҡайҙа үтәсәк, тиһегеҙме? Халыҡтар дуҫлығы проспекты 21, йәғни, “Евразия” агропаркы. Төшөндөгөҙмө? Мин – төшөнмәнем. Һәр хәлдә, Өфөнән Затонға барғанда һулда ҡалған ҙур баҙар түгелме икән, тип уйлап ҡуйҙым. Сәғәт көндөҙгө 12-лә башланасаҡ. Табырһығыҙ, ун урындан ҡуйы итеп төтөн сығып торһа, тимәк, былауҙы шунда бешерәләр. Ашаған ризығығыҙ хәләл һәм тәмле булһын!