Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Март 2019, 14:27

Барлыҡ донъя театр көнө менән! Пьеса яҙып ҡарамаған яҙыусы юҡ.

Бөгөнгө театр көнө сәхнә эшмәкәрҙәренә, артистарға, бик күп булмаған драматургтарға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә генә ҡағыла, тип уйлағандар хаталана. Мәшһүрҙәрҙән берәү әйткәнсә: “Театр – барлыҡ донъя, ә беҙ уның уйынсылары”.

Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Иң тәүге әҙәби әҫәр ҙә театр, йәғни, кешеләрҙең бер-береһен аңларға тырышыуҙан килеп сыҡманымы икән? Юғиһә, үҙ-ара һөйләшергә, ваҡиғаны еткерергә, һис юғы, һиңә нимә кәрәклеген аңлатырға кәрәк бит әле.
Тимәк, театр, кешеләрҙең уйнауы ғүмер буйы дауам иткән. Бына шундай сәнғәт ул – театр. Мәңге бөтмәҫ аралашыу, уйнау, тормошто тетрәндергән хис-тойғо, кисерештәр, шатлыҡтар һәм күҙ йәше.
Ҡәләм тибрәтеүселәр араһында һорау алыу үткәргәндәр. Һөҙөмтә көтөлмәгәнсә килеп сыҡҡан, баҡ тиһәң, пьеса яҙып ҡарамаған, сәхнә сире менән йонсомаған яҙыусы юҡ икән. Тик нисә яҙыусының пьесаһы сәхнәгә барып еткән, ошо хаҡта яуап йыйыусылар өндәшмәй.
Беҙҙең башҡорт әҙәбиәтенә күҙ һалһаң, шуны абайларға мөмкин, драматургтар бер ваҡытта ла күп булмаған. Йәгеҙ, һанайыҡ. Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Сәғит Мифтахов, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Әсғәт Мирзаһитов, Ғабдулла Әхмәтшин, Ибраһим Абдуллин, Нәжип Асанбаев, Флорид Бүләков, Таңсулпан Ғарипова, Наил Ғәйетбай, Тамара Ғәниева, Сөләймән Латипов, Сәрүәр Сурина, Салауат Әбүзәр, Мөнир Ҡунафин һәм тағы бер нисә әҙип.
Рәсәй театр донъяһында шундай көтөлмәгән күренеш күҙәтелә, халыҡ, тар мәғәнәлә әйтһәк, тамашасы сәнғәткә ылыға. Хәҙер өсөнсө йыл рәттән тамашасылар һаны һәр йыл 15-16 процентҡа арта бара. Халыҡ әллә көн һайын телевизорҙан ағылған күбекле сериалдарҙан йонсой, әллә интернеттан ял итергә теләй. Шулай булһын. Донъя театр менән бергә яралған, фәнни-техник прогресс ҡына сәнғәтте юҡ итә алмаҫ.
Читайте нас: