– Зыя Нурый улы Нуриевты 1957 йылда КПСС Өлкә комитетының беренсе секретары итеп һайлап ҡуйҙылар, – тип һөйләне Хәким ағай. – Бығаса иғтибар итмәгәндәр, күрәһең. Нуриев ауыҙын бер яҡҡа ҡыйышайтып, ҡулы менән ҡаплап көлә икән. Бер-ике ай үттеме-юҡмы, бөтә түрә-ҡара ауыҙын ҡыйышайтып, ҡулы менән ҡаплап көлөргә өйрәнде. Улар көлә, беҙ уларҙан көләбеҙ.
Хәким ағайҙың һөйләгәнен, бәлки, онотҡан да булыр инем. Тарих ҡабатлана, тигән һүҙ дөрөҫ икән. Быйылғы ҡаты ҡышты ялан баш сыҡҡан һәм бер ҙә сирләмәгән Радий Хәбировҡа эйәреп, ялан баш ҡына йөрөүселәр күбәйҙе. Ай-һай, бының өсөн иң тәүҙә Радий Фәрит улы һымаҡ ваҡыт һәм тәбиғәт һынауҙарында сынығырға, утты-һыуҙы кисергә, сәйәси көрәштәрҙә еңергә кәрәкмәйме икән? Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙҙә ҡыштар һыуыҡ, сирләүе генә еңел. Бүректәрҙе ташлап, ҡабаланмайҙармы икән?
Ә былай республика етәксеһенән өйрәнерлек, өлгө алырлыҡ миҫалдар байтаҡ. Мәҫәлән, талапсанлыҡ, арымай-талмай халыҡ тормошон яҡшыртыуға алған йүнәлеш, ихласлыҡ, ябайлыҡ һәм башҡалар.