Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Март 2019, 11:54

Хайуандар әле беҙҙән биҙмәгән. Тәбиғәт ҡанундарын кеше генә үҙгәртә алмай икән.

Әле бынан, әле тегенән ҡырағай хайуандарҙың кешеләр янына сығыуы хаҡында хәбәрҙәр килеп тора. Үткән аҙнала Стәрлетамаҡ урамдары буйлап ҡыр сусҡаһы елдереп йөрөгән. Кешеләрҙең аптыраулы һәм шат йөҙҙәрен аңлайым мин, үҙем шулар араһынан. Мин дә телефонымды сығара һалып, видеоға төшөрә башлар инем. Әлбиттә, кис өйгә ҡайтҡас, ғаиләм алдында: “Бына бөгөн ҡала уртаһында ҡабан күрҙем!” – тип маҡтаныр өсөн.

Иркен яландан таш өйҙәр офоғона, газлы һауа, меңдәрсә транспорт сараһы һ.б. күргән, йәнтәслим йүгергән сусҡа үҙе нимәләр кисерҙе икән?
Быйыл ҡыш ҡарға мул булды, мышылар нисек аҙыҡ таба икән? Уларҙың ауылдарға килеп сығыуы хаҡында өс-дүрт хәбәр теркәлгән. Ярҙам эҙләп, яҡлау һорап төшкәндәрҙер инде ауылға.
Ошо хаҡта уйланғанығыҙ бармы? Ҡырағай йәнлектәр ни өсөн кешеләр араһына килә? Кешелек яралғандан бирле дауам итә, әҙәм заты иң тәүге һөнәре буйынса аусы, йәғни, аҙыҡ табыусы. Миллион йылдар үткән, ләкин йәшәү ҡанундары үҙгәрмәй. Тимәк, аусылар ҙа тормош үҫешен юҡҡа сығара алмаған.
Ҡырағай хайуандар кешеләр араһына килеүен дауам итер.

Фото: proufu.ru
Читайте нас: