Ҡатын-ҡыҙ араһында эскелектең таралыуы йылдан-йыл ҡурҡынысыраҡ күренеш ала бара. Ауыр физик эш организмдың һынауҙарға яраҡлашыуына килтерә. Ирҙәрҙең, мәҫәлән, организмында алкоголде тарҡатыусы һәм сығарыусы ферменттар күберәк, ә ҡатын-ҡыҙҙа – аҙыраҡ.
Һуңғы осор ғалимдар шундай фекер әйтә башланы: эскелеккә дусар булған ҡатын-ҡыҙ айыҡ тормошҡа әйләнеп ҡайтыу бәхетенән бөтөнләй мәхрүм. Социологтар күҙәтеүенсә, төшөрә башлау ябай ғына һыра шешәһенән, йәки кәйефте күтәреү өсөн 40-50 граммдан башланыуы бик ихтимал. Эсеп ҡаранығыҙмы? Оҡшанымы? Ҡабатлауҙы тыйырлыҡ бер кәртә лә юҡ. Ике-өс айҙан, иң оҙағы бер йылдан һеҙ был ҡатынды танымаясаҡһығыҙ. Ҡартайған йөҙ, саҡ ҡына ҡыҙара төшкән танау, арлы-бирле кейелгән кейем, хәҙер ул һеҙҙән банкетты дауам итергә тәҡдим көтә.
Эскелектән ҡотолоу юлы бармы? Бар, ти күпселек. Быны белгән һәм үҙҙәре кисергән кешеләр әйтә. Эсмәҫкә кәрәк. Һәр хәлдә, был донъяла эсмәйенсә йәшәргә мөмкин.