Сәлих миңә ҡорҙаш тура килә шикелле, 80-се йылдар башында беҙҙе мәрхүм Сабир ағай таныштырғайны. “Табунщик”, – тип күрһәтте ул миңә Сәлихте. Шунан бирле аралашабыҙ, яҙғандары оҡшай. Ат өйөрөн аймағанда ниндәй генә тос һәм мауыҡтырғыс сюжеттар килмәһен, Сәлих барыбер яҙыусы, тел, ил өсөн янған кеше булып ҡала. Эшһеҙлек, емереклек, тип йәне әсегәндән яҙғандыр.
Шул ыңғай Күгәрсен районының элекке башлығы, бик хөрмәтле һәм арбуйлы шәхес, Венер Ғәлимйән улы Аҙнағолов иҫкә төштө. 90-сы йылдар башы булдымы, шул яҡтарға барып сығылды. Был хаҡта яҙҙым да шикелле. Нимә һөйләне инде Венер Ғәлимйән улы яҡташтары хаҡында?
– Ауылдан ҡайтып төштөм, – тине башлыҡ кәйефһеҙ генә.
– Нисек йәшәйҙәр? – тип һорайым.
– Насар йәшәйҙәр, – тине киҫкен генә. – Идара эргәһендә бер йонсоу ғына ир мөрәжәғәт итте. Һөйләшә башланыҡ. “Венер туған, асығабыҙ бит, ни хәл итәйек?” – ти. Аҡсаһыҙлыҡ, алыш-бирешкә ҡоролған заман. Ғаиләһе лә ҙур ғына икән, ҡатыны бишенсе бәпес менән ултыра. “Мал-тыуарығыҙ бармы?” – тип һорайым. “Бер һыйыр тотабыҙ, башмаҡты һатырға тура килде”, – ти. “Ҡош-ҡорт, ҡаҙ аҫырайһығыҙмы?” – тим. “Юҡ”, – ти, ем алырға аҡсалары юҡ икән. “Картуф нисә сутый үҫтерәһегеҙ?” – тип һорайым. “Уныһын ҡуңыҙ үҫтерергә бирмәй, сүпләп, ағыулап бөтөрлөк түгел, быйыл сәсмәнем”, – ти. Асыуымдан нимә әйтергә белмәй аптырап ҡалдым. “Балаларыңды ла ашата алмағас, ниндәй кеше һин? Эт ялҡауы икәнһең”, – тип әрләп киттем.
Эшһеҙлек, разруха... Хәтәр һүҙҙәр бит. Кешене бөлдөрөрлөк, илде юҡ итерлек. Эшһеҙлек тигән һүҙ сыҡһа, иң тәүҙә ауылымды, ауылдаштарымды иҫкә төшөрәм. Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылы. Күптәр унар-ун бишәр һыйыр аҫырап, эргәләге ҡалаларҙы ит-һөт, ҡаймаҡ менән тәьмин итәләр. Иномаркаларҙа ғына елдерәләр, етеш йәшәйҙәр.
Ә башҡаларға бай йәшәргә кем ҡамасаулай? Йөҙҙәрсә, меңдәрсә ыңғай миҫал килтерергә мөмкин. Шуға, Сәлих, ғәфү ит, һин яманлаған эшһеҙлекте мин ҡабул итмәйем. Ауылда йәшәп, нисек эшһеҙ булырға мөмкин? Ҡалала ла шул уҡ хәл. Былтыр яҙғайныҡ, халыҡ артисы 3-4 урында тротуар һеперә, икенселәр иҙән йыуа, сауҙа итә.
Йәшәү өсөн көрәшәһе урынға тырышып эшләргә кәрәкмәйме икән? Ана, ҡәләмдәшебеҙ Салауат Әбүзәр көн һайын иртәнге 7-нән килеп, эшкә тотона. Бер нисә шиғыр юлы, яңы пьесаһына бер нисә һөйләм өҫтәр өсөн таң менән тороп, эшкә юллана. Беҙгә берәү ҙә яҙып бирмәй. Беҙ бер үк хәлдә, тип әйтергә теләүем.
Һаулыҡ һәм уңыштар һиңә, Сәлих ҡорҙаш.