Иғтибар иткәнһегеҙҙер, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән ҙур, бығаса күрелмәгән концерт-тамаша тулыһынса башҡорт рухы, милли биҙәктәр, һоҡланғыс сығыштар гөлләмәһенә тиң ине. Йәшермәйем, ҡайһы бер сығыштарҙы күҙ йәштәре аша ҡараным. Бына ул беҙҙең асылыбыҙ, беҙ эшләй ҙә, ял итә лә, байрамдар ойоштора ла беләбеҙ. Күңелдәрҙе дәртләндерер, рухландырыр тамашаны икенсе көнөнә тағы ла ҡараным. Шул уҡ хис-тойғо һүрелмәгәйне әле.
Сығыштарҙа, ҡотлауҙарҙа башҡортса һүҙ булманы, тигән фекер менән риза түгелмен. Нисә һүҙ башҡортса, нисә һүҙ татарса яңғыраны, тип ентекләп һанауҙан алыҫ торам. Ни хәл итәйек, беҙ – толерант халыҡ, ул тойғо беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән. Белеш, знакум тигән һүҙҙәр беҙҙең ата-бабаларҙан ҡалған, беҙ уйлап тапмаған. Шулай булғас сығыштарҙың тулыһынса тип әйтерлек рус телендә булыуына мин ғәжәпләнмәнем.
Ә инде Татарстан Президенты Рөстәм Минихановтың тик татарса ғына һөйләүен уның беҙҙәге ата-бабаларҙан ҡалған ҡунаҡсыллыҡ йолаларын белмәүе тип кенә аңларға кәрәк. Ҡунаҡ үҙенең баһаһын белә, уны аңларға мөмкин. Һәр хәлдә залда татар телен аңламаусылар бик күп ине. Улар Татарстан Президенты нимә һөйләне икән, тип аптырашып ултырманылармы икән? Ярай ҙа эргәләрендә тәржемәләүсе табылһа.
Тел, тыуған ил тураһында иң тос һүҙҙәрҙе Радий Хәбиров әйтте. Залда ултырыусыларҙың барыһы ла аңларлыҡ һәм төшөнөрлөк итеп әйтте. “Башҡортостанда башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау өсөн барыһы ла эшләнеләсәк. Шулай уҡ күп милләтле республикабыҙҙағы башҡа халыҡтарҙың теле, мәҙәниәте өсөн дә, Башҡортостандан сыҡҡан һәм әле икенсе төбәктә, бүтән илдә йәшәгән яҡташтарыбыҙға ла ярҙам итәсәкбеҙ. Тиҫтә йылдарҙан һуң беҙҙең ҡала-ауылдарҙа балалар башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт һәм республика халыҡтарының башҡа телдәрендә һөйләшһә, мин үҙемде бәхетле һанаясаҡмын. Әлбиттә, киләсәктә донъяның ниндәй булырын белмәйбеҙ. Әммә шуға ныҡлы ышанабыҙ: беҙҙең күп милләтле халҡыбыҙ бөгөнгөләй ҡаласаҡ – тыйнаҡ, егәрле, эскерһеҙ, дуҫ. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” – тине Радий Хәбиров.