Апрелдә Өфөлә, Татарстан мәҙәниәте көндәрен уҙғарыу барышында, татарҙың бөйөк шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асыла.
Былтыр республика Хөкүмәте ҡарары менән һәйкәл проектын эшләүгә конкурс иғлан ителде. Конкурс комиссияһы алты проекттан иң яҡшыһын һайлап алды. Владимир Дворниктың скульптураһында Туҡай ҡулына китап тотоп тора.
Монумент Өфө “Нур” татар дәүләт театры алдында ҡуйыла.
Туҡай Өфөлә бер тапҡыр ғына булған, Мәжит Ғафури менән аралашҡан, уларҙың дуҫлығы ике туғандаш халыҡ араһында дуҫлыҡ күпере һалған.
Әҙәбиәт, мәҙәниәт әһелдәренә етәкселектең йөҙ менән боролоуы ҡыуаныслы күренеш. Аллаһ бирһә, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов кеүек башҡорт халҡының бөйөк улдарына ла Өфө урамдарында һәйкәл булыр тип өмөтләнәйек.