Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Март 2019, 12:57

Татаналы йыйылыштың төп йүнәлеше: "Алға, Башҡортостан!"

Кисә республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Өфөләге “Башҡортостан” концерт залында тантаналы йыйылыш үткәрелде. Байрам уңайынан ҡотлау һүҙҙәре менән Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров телмәр тотто.

– Башҡортостандың бер быуатлыҡ оло юбилейының әһәмиәте илебеҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ. Нәҡ федератив ҡоролош Рәсәйҙең ныҡлы нигеҙен тәьмин итә, үҙ-ара татыулыҡты, именлекте тотороҡло һаҡларға мөмкинлек бирә, – тине Валентина Матвиенко.
Уның әйтеүенсә, илебеҙ һәр саҡ үҙендә йәшәгән халыҡтарҙың ҡеүәтенә таяна. "Бөгөн Башҡортостан - тотороҡло үҫешкән төбәк, сәнәғәт, ауыл хужалығы өлкәләре буйынса алғы сафта бара. Бында ишле ғаиләләрҙе, өлкәндәрҙе социаль яҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостандың барлыҡ уңыш-ҡаҙаныштары күп милләтле төбәктең даими тырыш хеҙмәте менән яуланған. Артабан да шулай дауам итһен, республикаға яңынан-яңы үрҙәр теләйем", - тине Федерация Советы етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хабиров тантанаға йыйылғандарҙы ихлас тәбрикләне, үҙ сығышында данлы һәм шанлы тарихыбыҙға байҡау яһаны, төбәгебеҙ артабан да йылдам үҫешһен, яңы ҡаҙаныштарға өлгәшһен өсөн хәленән килгәндең барыһын да эшләйәсәге тураһында белдерҙе.
Артабан байрам хөрмәтенә бай йөкмәткеле концерт ҡуйылды.

Р. МУСИНА.

Читайте нас: