Һуңғы йылда башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы халыҡтыҡына ҡарағанда ике тапҡырға тиҙерәк артҡан. Дәүләт хеҙмәткәрҙәре — 20,5%, урындағы үҙидара чиновниктары — 23,6%, ә ябай граждандар 11,1% күберәк ала башлаған.
Федераль башҡарма власть органдарының төбәк идаралыҡтары хеҙмәткәрҙәре уртаса 43 821 һум ала. Был 2017 йылғыға ҡарағанда 14,8 процентҡа күберәк.
Шулай уҡ былтыр Башҡортостандың барлыҡ органдарында һәм ойошмаларында штаттың тулы булмауы күҙәтелгән. Атап әйткәндә, республика Хөкүмәтендә һәм башҡа башҡарма власть органдарында — 3701 кеше (94%), территориаль идаралыҡтарҙа — 8081 (92,7%), муниципаль берәмектәрҙә 7 422 хеҙмәткәр (97,4%) иҫәпләнгән.
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда Рәсәйҙең төбәк кимәлендәге дәүләт органдарында дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте вазифаһында — 691,8 мең, ә муниципаль хеҙмәттә 299,8 мең кеше эшләгән.