Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Март 2019, 12:33

Башҡортостандың ҡаҙаныштарын юғары баһаланылар

Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы тантана уңайынан Өфөгә килгән мәртәбәле ҡунаҡтар – Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров – менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Валентина Матвиенко оло әһәмиәткә эйә байрамға саҡырғандары өсөн рәхмәтле булыуын белдерҙе.

– Башҡортостан – илдең социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән терәк төбәк, – тине ул. – Бай тарихы, элек-электән килгән күркәм йолалары бар күп милләтле, күп конфессиялы был республиканың. Ул үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Башҡортостан халҡының ғорурланырлыҡ уңыштары күп. Бындай ҡаҙаныш нигеҙендә уларҙың үҙҙәренең дә, төбәк етәкселегенең дә оло хеҙмәте ята.

Валентина Матвиенко Федерация Советындағы Башҡортостан көндәрен юғары баһаланы, сараларҙың йөкмәткеле, конструктив булғанын билдәләне. Әле Рәсәй Хөкүмәте менән берлектә төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә дәүләт ярҙамы тураһында парламенттың юғары палатаһының йомғаҡлау ҡарарын тормошҡа ашырыу буйынса эш дауам итә, тине ул.

“Һеҙгә һәм Федерация Советына рәхмәт: төбәктәргә һәр саҡ ярҙам итәһегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ысынлап та, тәүге йөҙ йыллыҡты яҡшы кәйеф, ғорурлыҡ хисе менән тамамлайбыҙ. Беҙҙә иҡтисад яҡшы үҫешкән. Шулай ҙа иң мөһиме – йәмғиәттәге, сәйәсәттәге тотороҡлолоҡ, милләттәр һәм конфессиялар араһындағы берҙәмлек”.

И. ҠОРМАНОВА.

Читайте нас: