Ошо тарихи килешеү сит илдәр ғәскәрҙәре тарафынан ҡамалған йәш Совет республикаһына фронттағы хәлдәрҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртергә һәм Рәсәй дәүләтенә федерализмдың нигеҙ ташын һалырға мөмкинлек бирә.
Дәүләтселегебеҙ ойошторолоуының башында Вәлидиҙәр, Бикбовтар, Ҡарамышевтар, Бабичтар, Ҡулаевтар һәм башҡа шәхестәр торған республикабыҙ ваҡыт һынауҙарын үтеп, тиңдәр араһында тиң булып, үҙ йөҙөн һаҡлап, башҡаларға дуҫлыҡ, татыулыҡ өлгөһө күрһәтеп әле лә йәшәй икән, тимәк, йөҙ йыл элек беҙҙең ата-бабаларыбыҙ дөрөҫ юл һайлаған.
Үткән йөҙ йыл эсендә халҡыбыҙ үҙенең рухи ҡиммәттәрен –ауыҙ-тел ижадын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡына ҡалманы, артабан да үҫтерҙе.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһының иҡтисади йәһәттән үҫешкән, ҡеүәтле сәнәғәткә эйә булған төбәктәренең береһе. Уның тарихы бай, киләсәге яҡты, кешеләре эшһөйәр.
Байрам менән һеҙҙе, хөрмәтле ватандаштар!