“Азатлыҡ радиоһы”ның татар-башҡорт радиостанцияһы хаҡында шуларҙы әйтергә мөмкин: заманында был редакция Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ғәҙел язанан ҡасып ҡалған Иҙел-Урал легионының Ғариф Солтан ише бәндәләре өсөн һыйыныу һәм тәүҙә Советтар Союзына, аҙаҡ Рәсәйгә бысраҡ яғыу сараһына әйләнде. Аҙаҡ “Азатлыҡ радиосы” Татарстан ерендә урынлашҡан тапшырғыс ярҙамында татар эммигранттарының вариҫтарына Рәсәй халыҡтарына, атап әйткәндә, башҡорттарға ҡаршы яла яғыу өсөн тамаҡ хаҡына хеҙмәт итте.
Татар-башҡорт редакцияһы тип аталһа ла, бында башҡорттарҙың эшләүе тойолманы, татар эммиграцияһының һәм уларҙың Рәсәйҙәге фекерҙәштәренең сирле хыялдары менән эфирҙы сүпләне. Әйткәндәй, мистер Трамп был аҙымы менән күптәрҙең хыялын тормошҡа ашырҙы. Ә уның беҙҙең кеше икәнлеген шик аҫтына ҡуя инек. Рәхмәт һеҙгә, мистер Трамп! Исмаһам, эфир бер аҙ сафланып ҡалыр.