Мостай Кәрим һымаҡ улы булған халыҡ бәхетле, ундай шағирҙы һәр милләт үҫтерә алмай. Ә бына беҙҙең әҙәбиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, халҡыбыҙ – үҫтерә алған. Башҡорт шағиры Мостай Кәрим, тип иғлан итһәләр, күңелдәрҙә ғорурлыҡ, йөҙҙәрҙә яҡтылыҡ балҡып китә. Шағир ижадына ҡыуанып, уның аҡылына һоҡланып йәшәүселәр бер беҙ генә түгел, уның әҫәрҙәре йөҙҙәрсә телгә тәржемә ителгән. Башҡа милләттәр уҡыусылары ла Мостай Кәримде башҡорт шағиры итеп таный һәм уның ижадына һоҡлана. Шағир ижадына, уның әҙәби мираҫына лайыҡ булайыҡ!