Артабан үҫеш өсөн төҙөлөштә, инвестициялар йәлеп итеүҙә ныҡлы эшләргә кәрәк. Республика үҙ алдына ҙур ләкин үтәлерлек бурыстар ҡуя. Алдағы йылдарҙа иҡтисадҡа инвестицияларҙы 2 тапҡырға арттырыу, торлаҡ төҙөлөшөн 3,7 миллион кв. метрға еткереү талап ителә.