Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Март 2019, 11:15

Яҙыусы – һөнәр генә түгел, яҙмыш һәм бәхет. Беҙгә ышанғанығыҙ өсөн рәхмәт!

Әгәр ышанмаһағыҙ, был юлдарҙы уҡып ултырмаҫ инегеҙ. Үҙебеҙҙең уҡыусыбыҙға тоғро һәм ҡыҙыҡлы булырға теләйбеҙ. Иртән торһаҡ та, кис ятһаҡ та, нимә яҙырға икән, тип уйлайбыҙ. Башҡа һөнәрҙәрҙән айырмалы, ысынлап та шулай, яҙыусы һәм журналист бер ваҡытта ла эшенән айырылмай, нимә яҙыу хаҡында ғына уйлай. Был һөнәр генә түгел, үҙенә күрә бер бәхет һәм яҙмыш һымаҡ. Ниңә йәшереп торорға, ғазаплы, ҡатмарлы, ауыр саҡтар ҙа бар.

Беҙгә уҡыусыларыбыҙ менән ике яҡлы бәйләнеш оҡшай. Ошо арала ижад һәм ижад кешеләре хаҡында бер нисә төрлө күләмдәге мәҡәлә булды. Комментарийҙар араһында Ғәҙилә Бүләкованың яҙмалары иғтибарҙы йәлеп итте. Рәхмәт һеҙгә, Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы! Һеҙ коммент сүкеп, фекер белдергән һайын артабан да ижад итке килеп тора. Был юлы, мәҫәлән, “Мммдәә-ә...” иғтибарҙы йәлеп итте. 6-7 генә хәреф, ә күпме мәғәнә һалынған. Аптырау ҙа, ғәжәпләнеү ҙә, һоҡланыу ҙа бар.
Дөрөҫ яҙған Ғәҙилә апай, һөнәребеҙ ғаиләбеҙ, һаулығыбыҙ, йоҡобоҙ иҫәбенә йәшәй. Һис тә сер түгел, һәр яҙыусы пьеса яҙыу, һәр икенсе яҙыусы тик ижад менән генә йәшәү хаҡында хыяллана. Хәҙер ошо һөйләмгә ябай ғына аңлатма. Ғөмүмән, пьеса яҙып ҡарамаған яҙыусы юҡ. Ләкин был эшкә һәр береһенең теше үтмәй. Фантазия сикһеҙ һәм буй еткеһеҙ булырға тейеш. Бына һиңә “Мммдәә-ә...”. Икенсенән, профессиональ яҙыусы булып китеү өсөн ышаныслы тыл, йәки ныҡлы арҡа кәрәк. Ә уны кем әҙерләп ҡуйған?
Тағы бер мөһим һығымта. Яҙыусы ас булырға тейеш, тигән фекер йәшәй, йәнәһе, ул ижади дәртләндереүҙән мәхрүм ҡала. Ябай ғына әйткәндә, яҙһаң, туҡһың, яҙмаһаң, ас ултыраһың. Нимә яҙҙы, ашарға алып ҡайтҡанмы, тип ултырған ғаилә лә бар бит әле. Шулай булғас, ни хәл итәһең, ялланырға, эшләргә, ашарға табырға ғына ҡала. Ни хәл итәйек, үҙебеҙ һайлаған һөнәр. Бәхете лә, шатлығы ла, ғазабы ла уртаҡ. Һеҙҙең менән бүлешәбеҙ, хөрмәтле уҡыусыбыҙ.
Читайте нас: