Тәүге осор Нурсолтан Назарбаевтың вазифаһын ҡалдырыуы аптыратҡан һымаҡ булғайны, ләкин уның төп вазифаларҙы, әйтәйек, милли именлек советы рәйесе, конституция советы ағзаһы, “Нур Отан” фирҡәһенә етәкселек итеүе аҙмы-күпме асыҡлыҡ индерә. Әлегә Нурсолтан Назарбаевтың портреттарын кабинеттарҙан сығарырға ашығыу урынһыҙ. Астананың Нурсолтан тип аталыуын да халыҡ ҡыуанып ҡабул итте.
Беренсе президенттың ҡыҙы Дариға Назарбаева Парламенттың Юғары палатаһы – Сенатҡа етәкселек итәсәк. Дариға Нурсолтан ҡыҙының иң юғары вазифаға – президент итеп һайланыуына халыҡтың ҡаршы төшөүе бик шикле. Халыҡ атаһын да, ҡыҙын да ярата һәм был мөнәсәбәттәр ике яҡлы.
Конституцияға ярашлы, Ҡаҙағстанда Президент һайлауҙары 2020 йылда үтергә тейеш. Көтөргә күп ҡалманы, ҡалған айҙар эсендә төрлө хәлдәрҙең булыуы бик ихтимал.