Рейтингта 156 ил ҡатнашҡан. Һуңғы урында – Африкалағы Көньяҡ Судан.
Хәҙер беҙ биләгән, йәғни, лайыҡ булған 68-се урын хаҡында ентекләберәк.
1-се, 2-се, 3-сө урындарҙы әлеге Финляндия, Дания, Норвегия яулаған. Урындарҙы бүлгәндә етештереү кимәле, ғүмер оҙонлоғо, социаль ярҙам, ҡарарҙар ҡабул итеү шарттары һ.б. иҫәпкә алынған. Бәй, ентекләп ҡарағыҙ әле, ошо күрһәткестәр, баяғы, тап беҙ алдынғы барған тармаҡтар ҙа инде. Европаның яртыһы, тип әйтерлек, беҙҙең газ һәм нефть менән йылына һәм үҙен бәхетле тоя. Ғүмер оҙонлоғо ла хәҙер насар түгел, әгәр 90-сы йылдар менән сағыштырһаҡ, пенсияһын, пособиеһын арттырып баралар, хәҙер ваҡытында түләйҙәр. Шул уҡ ҡарарҙар ҡабул итеү шарттарын беҙ, мәҫәлән, халыҡ ихтыяжының иҫәпкә алыныуы тип аңлайбыҙ. Беҙ ялбарып һорағайныҡ, лозунгылар күтәреп урамға сыҡҡайныҡ, пенсия йәшен арттырҙылар, бөтә илде сүп-сар баҫа башлағайны, барса халыҡ: “Беҙ ғәйепле! Аҡсаһын беҙҙән йыйығыҙ!” – тип саҡ ҡына ым-ишара яһағайны, түләү ҡағыҙҙары килә лә башланы. Беҙ сүпләгәс, ул кем иҫәбенә таҙартылырға тейеш? Шул уҡ финдар йә немецтар сүп-сар йыйып йөрөмәҫ инде.
Ә былай, беҙгә ҡалһа, һис тә насар йәшәмәйбеҙ. Хөкүмәткә рәхмәт, дәүләткә дан. Рейтинг төҙөүселәрҙе бер нисә көнгә генә 90-сы йылдарҙағы Рәсәйгә алып төшөргә кәрәк ине. Бына күрерҙәр ине, исмаһам, бәхеттең нимә икәнлеген. Әйткәндәй, Рәсәйҙе ул осор уңдан да, һулдан да талаусы олигархтар күпкә бәхетлерәк инеләр. Хәҙер аҙ булһа ла бүлешергә, халыҡты ла ҡарарға тура килә.
Мәңге зарланып йәшәп булмаҫ, алда ла көн бар бит әле. Һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, Рәсәй иген етештереү һәм һатыу буйынса донъяла беренсе урынға сыҡты ла ҡуйҙы. Магазин тулы үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек. Капитализм тигәндәре лә йыртҡыс ҡиәфәтле булһа ла, ул тиклем үк ҡурҡыныс түгел икән. Беҙгә, коммунизм төҙөп ҡараған халыҡҡа, бындай ғына һынауҙар кәртә түгел, бер ваҡ-төйәк кенә икән.
Бына бит, уйынлы-ысынлы һанай торғас, осона ла сыҡтыҡ, буғай. Беҙгә ниндәй генә урын бирмәһендәр, беҙ һыната, бирешә торған халыҡ түгел. Ана бит, үҙебеҙҙең социологтар иғлан иткән мәғлүмәттәр нимә һөйләй: Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең 76 проценты үҙҙәрен бәхетле тоя. Шулай булғас, әйҙәгеҙ, бәхетле йәшәйек.