Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Март 2019, 08:45

Радий Хәбировҡа бөгөн – 55 йәш! Тыуған көн айҡанлы ҡайһы бер күҙәтеүҙәр.

Беҙ был юлдарҙы республика етәксеһенең күҙенә салыныу маҡсатында яҙмайбыҙ. Быға ихтыяж юҡ, сөнки, дөрөҫ булһа, Радий Хәбиров үҙе хаҡында яҙғандар менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай, хатта ыңғай йәки кире булһа ла, уҡымай. Беҙ үҙебеҙҙең баҫмабыҙҙың уҡыусылары өсөн яҙабыҙ. Беҙ белгәнде халыҡ уҡырға тейеш.

Беҙгә Радий Хәбировтың тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡандан һуң дәртләнеп, хатта арымай-талмай, ҡомар менән эшкә тотоноуы оҡшай. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, республика шундай мөнәсәбәткә һыуһағайны. Беҙҙең бәхеткә, тыуған еребеҙ һис тә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Уның көс-ҡеүәте лә, мөмкинлектәре лә, кешеләре лә яҡшыраҡ тормошҡа лайыҡ. Ни өсөн беҙ үҙебеҙҙе кәм тойорға һәм шуға күнеп йәшәргә тейеш? Ике меңенсе йылдарҙы хәтерләйек, күпме юлдар төҙөлдө, газ торбалары үткәрелде, мәктәптәр, мәҙәниәт һарайҙары ҡалҡып сыҡты. 2010 йылдан һуң республикала тормош һүнеп ҡалғандай булды. Ишегенә йоҙаҡ эленгән мәктәптәрҙең иҫәбен юғалттыҡ. Халыҡта өмөтһөҙлөк тойғоһо өҫтөнлөк итте.
Республиканың хәҙерге етәксеһенә беҙ ышаныс менән ҡарайбыҙ. Кремлдә власть коридорҙарында абруй ҡаҙанған, Рәсәйҙе һәм Башҡортостанды тулыһынса белгән, һыналған кеше килде.
Радий Хәбировтың ҡайтыуына айырыуса ишембайҙар ҡыуанды. Ҡыуанмаҫлыҡ түгел, ошондағы заводтарҙың береһендә ҡанат нығытҡан, сәмле спорт ярыштарында һыналған, хатта Совет Армияһында хеҙмәт иткән егет бит. Атаһы – Фәрит Барый улы яуаплы вазифаларҙа эшләне, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, оҙаҡ йылдар ошондағы махсус профессиональ-техник училищеға уңышлы етәкселек итте. Әсәһе – Разия Исхаҡ ҡыҙы Ишембай районы башҡарма комитеты секретары булып эшләгәндә кешеләргә ярҙамсыллығы, ғәҙеллеге менән яҡташтары күңелендә һәр ваҡыт хәтерҙә. Фәрит Барый улы тура һүҙле, аҡыллы ҡыйыу булһа, Разия Исхаҡ ҡыҙы ябайлығы, төптән уйлап эш итеүе менән айырылып торҙо.
Радий Фәрит улы атаһы менән әсәһенең барлыҡ ыңғай сифаттарын үҙенә туплаған. Егәрле һәм уңған кеше сифаттары, ғәҙеллек – күпселек осраҡта ата-әсә тәрбиәһенән килә икән. Бөгөн республикаға тап Радий Хәбиров һымаҡ арымай-талмай, ял күрмәйенсә эшләй торған етәксе кәрәк. Башҡаса мөмкин түгел. Етәксегә өмөт һәм ышаныс менән дүрт миллиондан артыҡ кеше ҡарай. Дүрт миллион кеше, тимәк, дүрт миллион яҙмыш, шул уҡ ваҡытта дүрт миллион проблема тигән һүҙ. Етәксе булараҡ Радий Хәбировҡа һәр береһенең мәшәҡәттәрен хәл итергә, һәр береһенең тормошон аҙ ғына булһа ла еңеләйтеүҙә ҡатнашырға тура киләсәк. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, эшҡыуарлыҡ, етештереүҙе үҫтереү, кешеләрҙе эш менән тәьмин итеү, юлдарҙы төҙәтеү, транспортты ойоштороу– һанай башлаһаң, осона сығырлыҡ түгел, һәр береһе тиҙ арала хәл итеүҙе көтә. Барлыҡ проблемаларҙы тиҙ арала, бер нисә айҙа хәл итеп булмаҫ, бының өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк. Иң беренсе – ышаныс бар, етәксебеҙ ең һыҙғанып тотондо. Оҙаҡламай ыңғай һөҙөмтәләрҙе лә күрербеҙ.
Тыуған көнөгөҙ менән, Радий Фәрит улы! Һеҙгә уңыштар юлдаш булһын!
Читайте нас: