Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, тип ата-бабалар баһаны ҡайһылай үткер ҡуйған. Шуның өсөн, һүҙ азатлығына ышыҡланып, кешене рәнйетерлек фекерҙәрҙе интернет киңлектәренә таратырға ашыҡмаһаҡ ине. Һәр ҡулланыусыны ҡулынан тотоп, йүнәлеш биреп, өйрәтеп тороу беҙҙең эш түгел.
Миҫал өсөн быйыл барлыҡ Рәсәйҙә 100 йыллығы тантаналы шарттарҙа билдәләнәсәк башҡорттоң бөйөк шағиры Мостай Кәрим исеме тирәһендә тыуған бик үк сәләмәт булмаған шау-шыуҙы алайыҡ. Шағир исеме яҡлауға мохтаж түгел. Ул – халыҡ шағиры, тимәк, уны халыҡ яҡлаясаҡ. Мәҫәлән, әҫәрҙәрен уҡыясаҡ, ижадын мәктәптәрҙә өйрәнәсәктәр, театрҙарҙа спектаклдәрен ҡараясаҡтар. Ошонан да ҙур хөрмәттең һәм яҡлауҙың булыуы мөмкинме?
Яңыраҡ бер йәш яҙыусыбыҙ Мостай Кәримде Рәсәйҙән ситтә белмәйҙәр, тип яҙып сыҡты. Дөрөҫ яҙа, белмәйҙәрҙер. Айырыуса йәш яҙыусының аралашҡан даирәһендә, йәғни, йәштәштәре араһында. Был, беҙҙеңсә, һис тә ғәйеп түгел, йәштәр уҡымай. Башҡортостанда шул уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙең яҙыусыларын беләләрме икән? Юҡтыр.
Икенсенән, беҙ бер шәхесебеҙҙе лайыҡлы рәүештә күтәрә башлаһаҡ, ни өсөндөр уның исемендә ғәйеп эҙләүселәр, уның салғыйына йәбешергә теләүселәр табылып ҡына тора. Барлыҡ донъяның әхлаҡи ҡанундары буйынса, ниндәй генә бөйөк шәхес булмаһын, мәрхүмдәрҙең исеме тирәләй шау-шыу тыуҙырырға ынтылыу игелекһеҙ һәм әҙәпһеҙ ғәмәл иҫәпләнә.
Мостай Кәрим һәм уның ижадына ҡарап Башҡортостан, башҡорт халҡы тураһында фекер йөрөтәләр. Халҡыбыҙҙың бөйөк улы менән беҙ яҡындан таныш булдыҡ, уның ижадын мөкиббән китеп өйрәндек, ул беҙҙең өсөн һәр йәһәттән өлгө булды, бер ваҡытта ла кәңәшенән мәхрүм итмәне.
Мостай Кәрим исеме һәм ижады аҡлауға һәм яҡлауға мохтаж түгел. Ул –башҡорт шағиры Мостай Кәрим. Ошоноң менән бөтәһе лә әйтелгән. Тарихҡа һәм әҙәбиәткә айыҡ күҙ менән ҡарайыҡ, башҡорт халҡының бөйөк улының яҡты исеменә лайыҡ булайыҡ.
Йомғаҡлау урынына Мостай Кәримдән бер бәләкәй генә ҡисса.
...Туҡай дәүерендә эттәр ҡойма артынан күренмәй генә өргәндәр. Һуңыраҡ был эттәр ҡойма артынан сығып, ҡурҡмайынса өрә торғайнылар. Хәҙерге эттәр күпкә мәкерлерәк, улар, өрөп тормай, һиҙҙермәй генә килеп, балтырыңдан тешләп ала ла, алдыңа сығып, күҙҙәреңә ҡарап: “Хәлдәрең нисек, ағай?” – тип һорай.
Әйҙәгеҙ, кеше булып ҡалайыҡ.