Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Март 2019, 16:18

Сибайҙар менән уйнамағыҙ, әфәнделәр! Сибайҙар үҙҙәрен яҡлай белә.

Тәүге осор Мәскәүҙән төрлө юҫыҡтағы сәйәсмәндәр Сибайҙы Өфө эргәһенән эҙләйҙәр ине. Шуға күрә Мостай Кәрим исемендәге Өфө аэропортына килеп төшөп йонсонолар. Хәҙер Сибайға эләгер өсөн Магнитогорск аэропортына осоп киләләр.

Үҙен билдәле һәм креатив тип һанаусы Никита Исаев Сибайҙа үҙен күрһәтеп алмаҡ була һәм ҡалала йәшәүселәрҙе “әхлаҡи яҡтан тарҡалғандар” тип атай, “ҡурҡаҡтар”, тип өҫтәргә лә онотмай.
Блогерҙың был ҡыланышын сибайҙар күрмәй ҡала буламы һуң инде, оҙаҡ һөйләшеп тормай, үҙен онға буяп, мәсхәрә иткәндәр. Меҫкен блогерға үҙенең баһаларын тиҙ арала алырға тура килә.
Дүшәмбе кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров юғарыла иҫкә алынған провокацияларға ҡарата сибайҙарҙың ныҡлығын һәм үҙҙәрен яҡлай алыуын билдәләп үтте. Республика үткенсе сәйәсмәндәргә таянмай, үҙе бындағы мәсьәләләрҙе хәл итерлек.
Карьерҙағы шахтаға һыу тултырыу графикка ярашлы бара һәм ул 26 мартта тамамланырға тейеш.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров тирә-яҡ мөхиткә күҙәтеү үткәреү асыҡ тәртиптә һәм урындағы йәмәғәтселектең ҡатнашыуында барырға тейеш, тип билдәләне.
Читайте нас: