Ғаиләнең ҡапыл һәм нигеҙһеҙ мандып китеүе ауылдаштарға оҡшамаған, улар ҡыҙҙы һәм уның әсәһен мутлыҡта ғәйепләп, эҙәрлекләй башлаған. Өлкә губернаторы хакимиәтендә был эшкә тағы ла етдиерәк ҡарағандар һәм комиссия төҙөгәндәр.
Һөҙөмтәлә, ҡыҙ бала мәктәпкә йөрөмәй, ә уның әсәһен әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Әсә кеше ике урында эшләй, 12 мең һум самаһы эш хаҡы ала, баҡсала ер ҡаҙып арый, ә баҡса йәшелсә үҫтерергә кәрәк, сөнки ашарға аҙыҡ-түлек етмәй.
Ауылдаштар, ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, сход үткәреп ала, мут ғаиләне етди тәнҡитләй, район етәкселәре лә утҡа кәрәсин һипкеләй.
Ә һеҙҙең ауылда ошондай хәл булһа һеҙ ни эшләр инегеҙ?
Әйткәндәй, В.В. Путинға күберәк эт, һис юғы, бесәй һорап мөрәжәғәт итә торғайнылар. Трактор, әйтәйек, ҙурыраҡ түгелме икән? Хәҙер Рәсәй дәүләте етәксеһенә хат яҙырға теләүселәр булырмы?