Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Март 2019, 12:43

Начальник Toyota Land Cruiser һатып алған. Начальник намыҫын һәм ышанысын юғалтҡан.

Толбазы ауылында малайҙар тыуғас та ГАИ-шник булырға хыяллана. Хыялланырлыҡ та шул, оло юл өҫтө, машиналар һәр тарафҡа ағыла ғына. Тимәк, штрафтар, һөйләшә белһәң, ришүәттәр таммай, сөбөрҙәп кенә аға.

Урындағы ЮХДДИ начальнигы, полиция майорының бик текә япон автомобиле һатып алыуы бер нисә йылдан билдәле була. Ҡыҫҡаһы, майорға эҙ яҙлыҡтырыу өсөн байтаҡ мәшәҡәләнергә тура килә. Тәүҙә пенсионер әсәһе исеменә автомобилде һатып ала, әсәһе кемгәлер һата, етмәһә, улына бер миллион бүләк итә, автомобилде кире һатып ала һ.б., һ.б.
Был мәшәҡәттәр менән БР Эске эштәр министрлығы шөғөлләнә һәм начальниктың ғаиләһе харам табыш иҫәбенә йәшәй, тип һығымта яһай. 2014-2016 йылдарҙа майорҙың ғаиләһе 2346000 һум эш хаҡы алған. Ә Тойотаның хаҡы 3 миллион самаһы.
Министрлыҡҡа начальникты, ышанысты юғалтыу сәбәпле, вазифаһынан
бушатыуҙан башҡа сара ҡалмай.
Читайте нас: