Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Март 2019, 12:00

КӨНДӘР ЙЫЛЫНА, ТӘҘРӘЛӘР АСЫЛА, КЕШЕЛӘР ҠОЛАЙ. ФАЖИҒӘЛӘР ҠАБАТЛАНМАҺЫН ӨСӨН НИМӘ ЭШЛӘРГӘ КӘРӘК?

Өфө дауаханаларының береһендә пенсионер әбей, хәленасарланып, шунда торған ултырғысҡа ултыра һәм ҡолап төшөп, башы менән бәрелә. Яратәрән булған күрәһең, әбей оҙаҡ та ятмай вафат була. Дауаханала тикшергәндәнһуң ашҡаҙаны сирле булған, тип диагноз ҡуялар. Беҙ тикшереүсе түгел, шуға күрә,үлем сәбәбе беҙҙе ҡыҙыҡһындырмай. Ә бына ватыҡ ултырғыстан ҡолап, үлемесле яраалыу осраҡтары йыш буламы?

Сөнки донъяла ифрат ҡапма-ҡаршылыҡлы миҫалдар тулып ята. Үткән аҙнала 21 йәшлек ҡатын ни сәбәптәндер ике йәшлек балаһын туғыҙынсы ҡаттан тәҙрәнән ырғытҡан һәм уның артынан үҙе лә һикергән. Баланы ла, әсәһен дә дауаханаға алып киткәндәр. Ҡыҙ бала иҫән-һау, хәҙер палата буйлап йүгереп йөрөй, ә әсәһен ул тиҙ генә күрә алмаясаҡ. Сөнки ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм ул ике айға тикшереү изоляторына ябылған.
Стәрлетамаҡтан хәбәр иттеләр. Йәш ярымлыҡ малай асыҡ тәҙрәнән тышҡа сығырға ҡарар иткән һәм бишенсе ҡаттан ҡолап төшкән. Бер нисә һыҙырылған ерен иҫәпкә алмағанда, малайға бер ни ҙә булмаған.
Һуңғы өс осраҡта ҡолап төшөүселәрҙең иҫән-һау ҡалыуын быйылғы ҡарлы ҡыш менән аңлаталар. Ана бит, өй тирәләрендә күпме ҡар әле булһа өйөлөп ята. Ләкин ҡышҡы ҡар мәңгелек түгел, бер нисә көндән иреп тә бөтөр. Ә бына тәҙрәләрҙе асыу, серәкәй кермәһен өсөн селтәрҙәр элеү башланасаҡ ҡына. Тимәк, беҙҙең балаларҙың ҡолауы дауам итәсәк.
Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!

ФОто: gtrk.tv
Читайте нас: