Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Март 2019, 11:18

Ишеттегеҙме, умартасылар съезы үтте. Умартасы, тимәк, аҡсалы. Уларға съезд кәрәкме?

Өфөнөң Йәштәр мәҙәниәт һарайында шәмбе һәм йәкшәмбе умартасылар съезы үтте. Улар ике көн буйы үҙҙәренең киләсәге, проблемалары, мәшәҡәттәре хаҡында асыҡтан-асыҡ фекер алышты. Сығыш яһаусылар күп булды. Умартасылар ғәҙел, егәрле, өҫтәүенә, тура һүҙле халыҡ. Шуға күрә, улар өсөн съезд трибунаһынан ваҡ-төйәк һүҙ һөйләүселәрҙе ҡыуып, кәрәк булһа, һөйрәп төшөрөү бер ни ҙә торманы.

Борон-борондан билдәле, умартасы аҡсалы, тимәк, бай. Бай һәм бойондороҡһоҙ. Иң ҡоро, йә ямғырлы йылда ла аҙмы-күпме бал йыйып, ғаиләһен тәьмин итә ала.
Умартасылар ике көн буйы республика етәксеһе Радий Хәбировты көттө. Уға әйтә торған һүҙҙәре лә бар ине, тик эш графигы ял көндәрендә бик тығыҙ булыу сәбәпле, ул съезда ҡатнаша алманы.
Оҙаҡламай Башҡортостан Бөтә донъя умартасыларының һәм бал етештереүселәренең үҙәгенә әйләнәсәк. Төп саралар “Торатау” конгресс-холлында һәм “Ватан” этнопаркы майҙанында үтәсәк.
Читайте нас: