Соҡор-саҡырҙар, юл ямауҙары бөгөн иң юғары кимәлдә хәл ителә торған мәшәҡәткә әйләнде. Үткән шәмбе “соҡорҙарҙы мөхәррирләү” (редактирование ям), тигән яңы һүҙбәйләнеш күҙемә салынды.
Ябай һәм етәксе башҡарыусыларҙың был соҡорҙарға теше үтмәй. Шуға күрә юлдарға ҡәтғи һәм аныҡ талаптар менән республика етәксеһе Радий Хәбировтың сығыуы һис тә ғәжәп түгел. Етәксе юлдарҙың төҙәтелеүе менән ҡәнәғәт түгел. Хәҙер юлдраҙағы соҡорҙар хаҡында Радий Хәбировҡа туранан-тура хәбәр итергә мөмкин, тик урынын ғына теүәл күрһәтергә кәрәк.
Беҙ ни ныҡ халыҡ, асфальттың юҡҡа сығыуына күнгәнбеҙ. Ә бына иң ҙур етәксенең ошо эшкә үҙенең ныҡлап тотоноуы беренсе тапҡыр. Әгәр республика етәксеһе үҙе ныҡлап тотонған икән, тимәк, юлдар, ысынлап та, насар, ә уның тәртипкә килтерелеренә ышаныс ҙур.