Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Март 2019, 17:19

Радий Хәбиров инглизсә һыу һымаҡ эсә икән. Халыҡ-ара балалар уйындары етәксеһе Ричард Смит Өфөгә килде.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Ричард Смитты ҡабул итте һәм быйыл йәй Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерлек менән таныштырҙы. Смит әфәнденең Радий Хәбировҡа һорауҙары байтаҡ ине.

Республика етәксеһе барлыҡ һорауҙарға ла ентекләп, инглиз телендә яуап бирҙе. Шулай итеп беҙ Радий Хәбировтың инглиз телендә рус һәм башҡорт телдәрен белгән һымаҡ һөйләшеүен асыҡланыҡ, ә Ричард Смит әҙерлек эштәренең юғары кимәлдә булыуынан ҡәнәғәтләнеүен йәшермәне. Ошо йәй Өфөгә 35 илдән 1200-ҙән артыҡ спортсы киләсәк. Ярыштар Ҡамышлы спорт әҙерлеге үҙәгендә, Ҡашҡаҙан мәҙәниәт һәм ял паркында, “Нефтсе” стадионында, “Ватан” этно-паркында үтәсәк. Әҙерлек эштәре тамамланыуға бара һәм Халыҡ-ара балалар уйындарының юғары кимәлдә үтеренә ышаныс ҙур.
Читайте нас: