Бынан егерме йылдар элек Рәсәй Хөкүмәтенең ул саҡтағы иҡтисади үҫеш министры Герман Греф алйоттарҙы һәм юлдарҙы заманса үҙгәрткәйне. Алйоттар һәм юлдар түгел, файҙаһыҙ идара итеү һәм үҫешмәгән инфраструктура (неэффективный менеджмент и неразвитая инфраструктура).
Ошо аҙнала Рәсәй тауар етештереүселәре һәм сәнәғәтселәре съезында низағлы банкир: “Файҙаһыҙ идара итеү илгә артабан үҫергә ҡамасаулай”, – тип белдерҙе. Тимәк, юлдар мәсьәләһен хәл итеп киләбеҙ, тип аңларғамы? Шулайҙыр. Ысынлап та, юлдарҙы киңәйтеү һәм ремонтлау анһатыраҡ икән. Ә идара итеүҙе яҡшыртыуға ҡасан сират етер?