Илгиз Кәримов 1942 йылдың 10 ғинуарында Шишмә районының Келәш ауылында донъяға килә. Мәктәптә уҡығанда диңгеҙсе булырға хыяллана. Ләкин күҙе менән үтмәй. Башҡорт дәүләт университетында уҡый, аҙаҡ Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетында белем ала, “Литературная Россия” гәзитендә, Теле-радиокомпанияла, “Молодой коммунист” журналында төрлө вазифаларҙа эшләй.
Ул әҙәбиәткә тәржемәсе сифатында килде һәм милли әҙәбиәтте төрлө халыҡтар араһында таратыуға күп көс һалды. Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ауыл адвокаттары”, “Ғүмер миҙгелдәре”, хикәйәләрен, пьесаларын тәржемә итте. Илгиз Мостафа улы тәржемәләгән Әхиәр Хәкимовтың романдары, Шакир Янбаевтың повесть, хикәйәләре, Назар Нәжмиҙең, Әсғәт Мирзаһитовтың пьесалары, Таһир Таһировтың “Буранлы көндәр” повестары иң яҡшыларҙан иҫәпләнде.
Иң һуңғы интервьюһын яҙыусы-тәржемәсе Илгиз Кәримов 2017 йылдың ғинуарында “Ағиҙел” журналына Нияз Мәһәҙиевкә биргәйне. Ниндәй үкенесле тура килеү. Нияз ҡәләмдәшебеҙҙең етеһен билдәләйбеҙ, Мәскәүҙән ҡайғылы хәбәр килде.
Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы, “Ағиҙел”, “Һәнәк”, “Аманат”, “Шоңҡар” журналдары Яҙыусылар союзы ағзаһы Илгиз Кәримовтың ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша һәм сабырлыҡ теләй. Хоҙай Тәғәлә һеҙгә түҙемлек бирһен.