Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Март 2019, 10:24

Шағир исемен йөрөткән лайнер диңгеҙгә ынтыла. “Мостай Кәрим” исемендәге лайнер барлыҡҡа килде.

“Водоходъ” компанияһы быйыл өр-яңы лайнер һатып алған һәм уға бөйөк замандашыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исемен бирергә булған.

Хәҙерге һүҙ ирке һәм фекерҙәр төрлөлөгө хөкөм һөргәндә әлеге осраҡты ҡапма-ҡаршы баһалаусылар табылыр. Беҙҙең дә үҙ ҡарашыбыҙ бар. Был осраҡ ябай исем ҡушыу ғына түгел, быйыл 100 йыллығы барлыҡ Рәсәйҙә билдәләнәсәк башҡорт шағирының, башҡорт әҙәбиәтенең юғары кимәлен таныу һәм баһалау. Беҙ шундай бөйөк яҙыусыбыҙ һәм шәхесебеҙ булыуы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Мостай Кәримде Башҡортостанда ғына түгел, ғөмүмән Рәсәйҙә белмәгән кешеләр бик һирәктер. Эйе, беҙ ул ижад иткән осорҙа йәшәнек, уның әҫәрҙәрен уҡып үҫтек.
Мостай Кәрим һымаҡ яҙыусыларҙың ижады беҙҙең тарихыбыҙға алтын хәрефтәр менән яҙылған. Шулай булғас, уның барлығын, уның ижадын иң сиктән сыҡҡан, ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр ҙә инҡар итә алмай.
Фото: “Водоходъ” компанияһы.
Читайте нас: