Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Март 2019, 10:18

Мәскәүҙә Федерация Советында Башҡортостан көндәре ҙур уңыш менән үтте.

Бындай саралар парламенттың иң юғары органында һәр ваҡыт ойошторолмай. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, Башҡортостан көндәре иң тәүгеләрҙең береһе, шуға күрә уға иғтибар ҙа ҙур. Сенаторҙар ҙур теләк менән Башҡортостан Республикаһының иҡтисади ҡеүәтен, мөмкинлектәрен ҡараны, инвестициялар йәлеп итеү шарттарын өйрәнде.

Федерация Советында ойошторолған күргәҙмә үҙенең күп тармаҡлы, перспективалы булыуы менән иғтибарға лайыҡ булды.
13 мартта Федерация Советында Башҡортостан көндәре республика етәксеһе Радий Хәбировтың Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко менән осрашыуынан һуң тамамланды. Һөйләшеүҙәрҙә Башҡортостандан сенаторҙар – Лилиә Ғүмәрова, Ирек Ялалов һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.
Валентина Матвиенко билдәләүенсә, Федерация Советының төп эштәренең береһе – РФ төбәктәренең мәнфәғәттәрен яҡлау. 21 мартта Федерация Советы Башҡортостандың иҡтисади һәм социаль үҫешенә ярҙам итеү хаҡында ҡарар ҡабул итергә тейеш. Радий Хәбиров фекеренсә, бындай ҡарар ҡабул ителгән осраҡта Башҡортостан стратегик үҫеш өсөн бик етди документҡа эйә була.


Фото glavarb.ru сайтынан.
Читайте нас: