Редакция эргәһендә йәшәгәс рәхәт, Әхмәр ҡоҙа табанан төшөү менән өр - яңы килеш тапшыра һала. Ғөмүмән, журналдың һуңғы һандары кинәнеп уҡырлыҡ материалдарға бик бай. Бәләкәй саҡтан яратып уҡыған авторым Мөкәрәмә Садиҡова менән интервью ла оҡшаны. Уның "Алтынтауҙағы ант" әҫәре үҫмерлек осоромдағы иң романтик повесть булараҡ иҫтә ҡалған. Шуға ишетелеп - күренеп бармаған оло әҙибәнең әңгәмәһен ҡыуанып ҡабул иттем.
"Ныҡ киптерелгән роман"ды уҡып тормош фәлсәфәһе хаҡында уйланырға, "Шаҡай буранын"а тетрәнергә, хикәйәләрҙән фәһем алырға өйрәткән зәңгәр тышлы Ағиҙел һеҙгә килеп еттеме әле?
Рәсимә Алламоратова, Өфө ҡалаһы.