Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Март 2019, 12:05

Радий Хәбиров үтә талапсан, барыһын да тәнҡитләй, тип әйтеүселәр хаталана. Республика етәксеһенең маҡтауына лайыҡ булыусылар ҙа бар.

Радий Хәбиров бер нисә ай элек Борай районының шул саҡтағы башлығы Борис Нурисламовты маҡтап телгә алғайны. Хәҙер ул Өфөлә Муниципаль берекмәләр советына етәкселек итә.

Ошо көндәрҙә Күмертау ҡалаһы башлығы Борис Беляев инвестициялар йәлеп итеүҙә тырыш эшмәкәрлеге өсөн маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булды. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, Борис Владимирович иң тынғыһыҙ башлыҡтарҙың береһе, Күмертауға инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарҙы. Башлыҡты кабинетында тотоуы ҡыйын, сөнки инвестицияларҙы берәү ҙә килтереп бирмәй, уны эҙләргә, табырға, инвесторҙар өсөн көрәшә белергә кәрәк.
Үткән аҙнала Мәскәүҙә “Башҡортостанда тыуғандар” концерты бөтә Рәсәйҙе шаулатты. Бындай концерттар киләсәктә һәйбәт йолаға әүерелер һымаҡ. Ысынлап та, мәҙәниәт өлкәһендә лә ғорурланырлыҡ, һоҡланырлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙ байтаҡ. Концертты ойоштороуҙа төп бурысты үҙ өҫтөнә алған БР Мәҙәниәт министрлығы, атап әйткәндә, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова маҡтау һүҙҙәре ишетте.
Артабан да шулай булһын. Республикабыҙҙың 100 йыллығын байрам итергә
килгән ҡунаҡтарҙы ла, үҙебеҙҙең халыҡты ла һоҡландырғыс тамашалар менән
ҡыуандырайыҡ.
Читайте нас: