– Миңә ҡалһа, мин үҙ түшәмемә терәлдем һымаҡ һәм артабан үҫергә теләйем. Был образдан мәктәп бишмәтенән үҫеп сыҡҡандай булдым, әле кейергә була, ләкин кеше араһына сығыуы ҡыйын, ҡулбаштар ҡыҫа, еңдәр ҡыҫҡа, – ти Зәйнетдин үҙе.
Мәшһүр Роберт Зәһретдиновтан һуң, милли мәҙәниәтебеҙ бәхетенә, уның урынын яҡташтары – уландары Миңлеғәфур менән Заһир Зәйнетдинов биләгәйне. Әйтергә кәрәк, абруйлы урынды артыҡ көндәшлеккә юл ҡуймай, тыныс бүлештеләр, һәр хәлдә ығы-зығы тойолманы. Шулай була күрһен.
Бәлки, ошо юҫыҡта Заһирҙың белдереүен пиар-сараларҙың береһе тип кенә ҡарарға кәрәктер. Ана, ғүмерҙә ҡартаймаҫ Алла Пугачева ҙур сәхнә менән 40 йыллап хушлаша һәм үҙе лә һиҙмәй, халыҡ та борсолмай, әйләнә лә ҡайта.
Шулай булғас, әйҙә, Зәйнетдин, уйна ҡумыҙыңда, кәрәкһә, тәкмәс атып та ебәр, һиңә бик тә килешә. Ҡумыҙыңды ташлай күрмә, тәндәрҙе зымбырлатып, боронғо башҡорттан ҡалған йыһан ауаздарын, тамашасыңды һоҡландырып, барлыҡ ер шарына тарат та, тарат.
Фото Заһир Зәйнетдиновтың "Вконтакте" сайтындағы сәхифәһенән алынды.