Өфөлә ҡыйыҡтарҙы таҙартмайҙар, кешеләрҙе хәстәрләмәйҙәр, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Ҡаланың коммуналь хужалығы идаралығы етәксеһе Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ҡар һәм боҙҙан таҙартыу менән 233 техника, ихаталарҙа 119 механизм һәм 853 урам һепереүсе шөғөлләнә. Тағы ла 440 кешене берләштергән 140 бригада яҡты көндә ҡыйыҡтан төшкәне юҡ. Әлегә ҡыйыҡтарҙың 80 проценттан артығы таҙартылған.
Ҡыйыҡтарҙы таҙартыуҙы инҡар иткән яуаплыларға ҡарата 316 протокол төҙөлгән, 7 осраҡта административ эш ҡуҙғатылған.
Әүҙемерәк эш талап ителә, кешеләр үҙҙәре лә һаҡ булһын ине, тигән теләк бар. Бөтәһен дә коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә япһарып ҡалыу ғына хәлде еңеләйтмәй. Һаҡланғандарҙы ғына Хоҙай үҙем һаҡлармын, тигән. Абай булайыҡ.