Ҡоролтайҙың сит төбәктәрҙә вәкиллектәре лә байтаҡ, эштәрҙе улар аша тормошҡа ашырмаҡсылар.
Данир Ғәйнуллин билдәләүенсә, 2010 йылда башҡорт халҡын тергеҙеү һәм
үҫтереү дәүләт программаһының ғәмәлдәге ваҡыты сыҡты, хәҙер яңыһын төҙөү һәм
тормошҡа ашырыу тураһында уйларға ваҡыт. Ошо йәһәттән байтаҡ тәҡдимдәр булды.