Ике тапҡыр күберәк. Әлбиттә, беҙгә ҡалһа, берәү ҙә ғәжәпләнмәй, Хөкүмәт исеменән халыҡты йолҡҡолау электән килгән һәм күнегелгән эш. Юғарылағылар халыҡ мул йәшәй, фатир өсөн генә түләрҙәр әле, тип тыныслана, ә халыҡ иһә, тырнана-тырнана аҡсаһын түләй һәм дәүләтте һүгә.
Был һис тә дөрөҫ юл түгел. Берәүҙәрҙең икенселәр иҫәбенә байырға ынтылыуына закон кәртә булып ятырға тейеш. Үкенескә ҡаршы, закондар камил түгел, булғаны ла ябай халыҡ мәнфәғәтен яҡламай.