РФ Үҙәк банкының Урал баш идаралығына ҡараған БР Милли банкы идарасыһы Марат Кашапов әйтеүенсә, банк вкладтарҙы страховкалауҙа ҡатнашты, тимәк, кешеләр һәм шәхси эшҡыуарҙар 1,4 миллион һумға тиклем аҡсаһын кире ҡайтара ала.
Оҙаҡламай банкты яңыртыу менән шөғөлләнәсәк кредит ойошмаһы билдәләнәсәк, ә 21 марттан кешеләргә бурыстар ҡайтарыла башлаясаҡ, тип аңлатты Марат Кашапов.
Хөкүмәттән әйтеүҙәренсә, “Роскомснаббанк”ты Рәсәйҙең иң ҙур банктарының береһе үҙ ҡарамағына аласаҡ. Тимәк, банкта аҡсаларын һаҡлағандарға борсолоу урынһыҙ.