Бүләк отоусылар береһе лә ҡабаланмай. Әллә уйындары шаяртыу ғына булдымы икән? Килә һалһалар, беҙҙән дә бурыс төшөр, ҡотолоп ҡуйыр инек. Шылтыратып, берәйһен ебәрһәләр, яҡшыраҡ булыр һымаҡ. Көтәбеҙ!
Ошо аҙнала уйындың яңы шарттарын иғлан итмәксебеҙ. Бүләктәр мул, әлеге телевизор, 4-5 планшет, китаптар, балалар уйынсыҡтары (ейән-ейәнсәрҙәрҙе лә онотмайыҡ), тамашаларға билеттар һ.б. бүләктәр төҫмөрләнә.